Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Бөгөн Абҙаҡ ауылында мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе үтте.

Июль айының матур бер көнөндә Абҙаҡ ауылы ағинәҙәр ойошмаһы күрше ауылдағы ағинәйҙәрен мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе саҡырҙы.

Аллаға шөкөр беҙҙең был ойошма оҙаҡ йылдар бик актив эшләп килә. Республика, район һәм ауыл кимәлендә уҙырылған төрлө сараларҙа әүҙем катнашып, бәйгеләрҙә призлы урындар алып ҡайталар.

Былтыр беҙҙең ауылда «Башҡорт өйө» этно-музейы булдырылды. Был музейҙы эшләү буйынса инәйҙәр, ауыл хакимиәтте, ветерандар ойошмаһы һәм ауылдың әүҙем кешеләре ҙур өлөш индерҙе.

Ғөмүмән әйткәндә инәйҙәребеҙ тик ултырмайҙар: аҙна һайын килеп кул эштәре менән шөғөләнәләр (тушелдеректә, маскировочный селтәрҙә эшләнеләр), бергәләп йыйылышып скандинавия атлауға сығалар, йыр йәки бейеү өрәнәләр.

Быйыл курше районда уҙғарылған такмактар конкурсында беренсе урында алып кайтылар. Был конкурстан кайткандан һуң бурыста тороп калмайык тип күршеләрҙе ҡунакка саҡырырға булдылар.

Бәйгелә катнашыусылар: Абҙаҡ, Яңы Балапан һәм Мораҡай ауылы ағинәйҙәр ойошмалары. Барыһы өс номинация буйынса ярыш булды, группа һәм капитандар ярышыла булды.. Йәрәбә буйынса беренсе Мораҡай ауылы инәйҙәре сығыш яһанылар, икенсе сығыш Яңы Балапанға элекһә, Абҙаҡтар өс номер артынан сығыш яһанылар.

Куп кенә әйтелгән мөнәжәттәр төрлө темаға бағышланды: кемдер өгөт-нәсихәтле, кемдер белем – ғилемгә өндәүсе мөнәжәттәр әйте. Барыһыла сығыштан һуң илебеҙгә тыныслыҡ килеуен теләне.

Бәйге тамамланғас һүҙҙе жюри ағҙаһы рәйесенә Нажмитдинов Рәфкәт Закир улына бирҙеләр. Был ярышта һәр команда ныклап һәм тырышып әҙерләнгәнен Рәфкәт Закир улы билдәләп үтте. Шуғала урын билдәләп тороуы артыҡ тип һәр ойошмаға “Ил яҙмышы, тел яҙмышы өсөн янып көйөүе, милли мәҙәниәтте күтәреүе, йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүе өсөн” рәхмәт хаты менән бүләкләргә булды.

Был саранан һүң бик күңелле концерт программа уҙғарылды: йыр, бейеү һәм шиғыр менән дә сығыштар бер береһен алыштырып торҙы.

Бөтә күнаҡтар концерттан һүң сәй эсергә тип «Башҡорт өйө» этно-музейына саҡырылды.

Шулай итеп беҙҙең ауылда ағинәйҙәребеҙ шундай сағыу һәм файҙалы сара ойошторзы. Был сараны үткәргәндә ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрзәрелә ҡатнашты.

0 комментариев

Пока нет комментариев

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *